Загрузил zinirovna03

стихи

реклама
Яҙ
Көтөп алған яҙҙар килде,
Сыйырсыҡтар сутлаша.
Урамдағы балалар ҙа
Гөж килешеп шаулаша.
Күк йөҙөндә ҡояш апай
Беҙгә нурҙарын сәсә.
Туғайҙағы аҡ ҡуян да
Үҙенең тунын сисә.
Урмандарҙа,туғайҙарҙа
Йәнлектәр йоҡонан тора.
Йылы көндәр оҙонайып,
Һыуыҡ төндәр ҡыҡара.
Йылғаларҙа боҙҙар китә,
Көндәр ҙә матурлана.
Яҙ миҙгелен көтөп алған
Һәр бер кеше һоҡлана.
Дәүләкәнем
Тыуған ерем-Дәүләкәнем,
Иң ҡәҙерле тупрағым.
Һиндә бәхет,һиндә шатлыҡ
Ағай-энем,туғаным.
Дим буйында көнө-төнө
Балалар геү килешә.
Һыу өҫтөндә ҡош-ҡорттар ҙа
Сут-сут килеп һөйләшә.
Балҡантауҙың иң түренән
Матур офоҡ асыла.
Тыуған илем-Дәүләкәндең
Халҡы даны тарала.
Асылыкүл,киң далалар
Барыһы үҙ еремдә.
Яратам тыуған илемде,
Йөрөтәм йөрәгемдә.
Скачать